+24 °С
Ямғыр
Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Дәүләт демография һәм ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса совет составына инде. Советта барлығы – 30 ағза. Улар – хөкүмәт, дәүләт институттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм башҡалар.
Дәүләт Башлығының Демография буйынса совет положениеһын раҫлау тураһындағы Указы 21 февралдә баҫылған. Советҡа Рәсәйҙең Федрация Советы рәйесе Валентина Матвиенко етәкселек итә. Лилиә Ғүмәрова Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитетҡа еткселек итә.