Бөтә яңылыҡтар

Путин мөһим белдереү менән сығыш яһаны

Рәсәй биләмәһенә көнбайыш ракеталары менән һөжүм итеү Украиналағы конфликтты тағы ла киҫкенләштерҙе. Рәсәй Президенты Владимир Путин телевидениела ошо хаҡтағы белдереү менән сығыш яһаны.

Путин мөһим белдереү менән сығыш яһаны
Путин мөһим белдереү менән сығыш яһаны

– Ошо мәлдән Украинала көнбайыштың ҡотҡоһо арҡаһында башланған хәрби хәрәкәттәр глобаль конфликтҡа әйләнде. Беҙҙең һауа оборонаһы системалары ракеталарҙы шартлатты, дошман үҙенең маҡсатына ирешә алманы, – тип белдерҙе Владимир Путин.

Рәсәй Президенты АҠШ һәм НАТО илдәренең алыҫ араға осҡан ракеталар ҡулланыуға рөхсәт биреүен тәнҡитләне. Бындай ҡоралды Украина көстәре көнбайыш илдәренең хәрби белгестәре ҡатнашлығынан тыш ҡуллана алмаясаҡ, тине Путин.

Дәүләт башлығы шулай уҡ Рәсәйҙең Днепропетровскиҙағы «Южмаш» заводына баллистик ракета осороуы һәм ундағы хәрби техника етештергән комплекстың шартлатылыуы хаҡында һөйләне.

– Украинаның Днепропетровск ҡалаһында Советтар Союзы заманынан билдәле булған, бөгөн ракета технологияһы һәм башҡа ҡоралдар етештергән иң ҙур сәнәғәт комплекстарының береһе юҡ ителде, – тине Путин үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә.

Президент әйтеүенсә, Рәсәйҙең заманса ракеталарына ҡаршы торорлоҡ саралар юҡ.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: