Путин «ауыл» программаларын 2030 йылға тиклем оҙайтырға ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» һәм «Ауыл уҡытыусыһы» программаларын 2030 йылға тиклем оҙайтырға ҡушты. Был хаҡта Кремль сайты хәбәр итә.

Путин «ауыл» программаларын 2030 йылға тиклем оҙайтырға ҡуштыПутин «ауыл» программаларын 2030 йылға тиклем оҙайтырға ҡушты
Путин «ауыл» программаларын 2030 йылға тиклем оҙайтырға ҡушты

«Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә: «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» һәм «Ауыл уҡытыусыһы» программаларын ғәмәлгә ашырыу ваҡытын 2030 йылға тиклем оҙайтырға», — тиелә документта.

Докладтарҙы 25 сентябргә һәм 20 декабргә тиклем тапшырырға кәрәк. Бының өсөн яуаплы итеп премьер-министр Михаил Мишустин тәғәйенләнде.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас