Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин Башҡортостан судьялары составын яңыртты

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Федераль судтарҙың судьяларын тәғәйенләү һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәсәй Федерацияһы субъекттары судьяларының квалификация коллегияларында вәкилдәре тураһында» указға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин Башҡортостан судьялары составын яңыртты
Владимир Путин Башҡортостан судьялары составын яңыртты

Документҡа ярашлы, Туймазы район-ара суды рәйесе урынбаҫары итеп Светлана Сосновцева тәғәйенләнде.

Фидель Хәсәнов — Благовещен районы, Юрий Малинский — Йылайыр район-ара, Алһыу Мөхәмәтнасипова — Краснокама район-ара, Лилиә Фәйрузова — Күгәрсен район-ара, Филүсә Кәримова — Өфөнөң Ленин районы, Лилиә Латипова Учалы районы суды судьяһы вазифаларын биләне.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас в