Бөтә яңылыҡтар

Рәсәйҙәрҙең 80,9% Владимир Путинға ышана – ВЦИОМ

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән һорау алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй президенты эшмәкәрлеген хуплау күрһәткесе 77,1% тәшкил итә. Рәсәй премьер-министрының һәм хөкүмәттең эшенә ыңғай баһаның кимәлдәре – 56% һәм 53,5%.

Рәсәйҙәрҙең 80,9% Владимир Путинға ышана – ВЦИОМ
Рәсәйҙәрҙең 80,9% Владимир Путинға ышана – ВЦИОМ

Владимир Путинға ышаныс тураһында тура һорауға респонденттарҙың 80,9%  (+1,1%) ыңғай яуап биргән, Михаил Мишустинға иһә 64,5% (0,5%) ышаныс белдергән.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың «көслө йоғонтоло» Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының федераль рейтингына инеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: