Рәсәй Президенты яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы

1 апрелдә Рәсәйҙә ил граждандарын хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһы башлана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Президенты яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙыРәсәй Президенты яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Рәсәй Президенты яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

 Ул 15 июлгә тиклем дауам итә. Тейешле указға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.

Указға ярашлы, запаста булмаған 18-27 йәшлек 147 мең граждан саҡырыла.

Бынан алдараҡ «Башинформ» көҙгө саҡырылыш йомғаҡтары буйынса 120 мең егеттең хеҙмәткә алыныуы тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:"Башинформ"