+28 °С
Болотло


Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән шишәмбе, 21 февралдә, сығыш яһай.
Был турала журналистарға рәсми рәүештә ТАСС хәбәр итте.
Песков һүҙҙәренсә, сара Мәскәүҙең «Ҡунаҡһарай»ында үтә. Дәүләт башлығы үҙенең мөрәжәғәтендә ағымдағы хәлгә баҫым яһай, тине ул.
Унда илдең махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусылар саҡырыла. Әле сит ил журналистарын аккредитациялау мәсьәләһе хәл ителә.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.