+28 °С
Болотло


Ил Президенты «Рәсәйҙең граждандар авиацияһына 100 йыл» юбилей миҙалын булдырҙы. Тейешле Указ 17 ноябрҙә баҫылған.
Миҙалдың алғы яғында күккә күтәрелгән МС-21 пассажир самолеты төшөрөлгән.
Был миҙал менән граждандар авиацияһы үҫешенә өлөш индергән тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, власть һәм үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар бүләкләнә.