Радий Хәбиров: «Рәсәй флагы — илебеҙҙең ҡеүәте һәм бөйөклөгө символы»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика халҡын Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө менән ҡотланы.

Радий Хәбиров: «Рәсәй флагы — илебеҙҙең ҡеүәте һәм бөйөклөгө символы»Радий Хәбиров: «Рәсәй флагы — илебеҙҙең ҡеүәте һәм бөйөклөгө символы»
Радий Хәбиров: «Рәсәй флагы — илебеҙҙең ҡеүәте һәм бөйөклөгө символы»

«Рәсәй триколоры — илебеҙҙең ҡеүәте һәм бөйөклөгө символы. Уның быуаттар буйына дуҫ һәм татыу йәшәгән, Ватанды ихтирам иткән һәм һаҡлаған халыҡтарының берҙәмлек символы. Рәсәйгә ғәйәт ҙур баҫым яһала. Әммә беҙ һынауҙарҙы еңеп сығырбыҙ, беҙ — көслө, беҙ — бергә, беҙҙе Тыуған илгә ысын һөйөү берләштерә. Һәммәгеҙҙе лә байрам менән!», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин рәсәйҙәргә мөрәжәғәтендә билдәләүенсә, ил флагы, герб һәм гимн менән бер рәттән, уның суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон символлаштыра, шулай уҡ күп милләтле халыҡтың быуындарының күсәгилешлелеген раҫлай.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас