Бөтә яңылыҡтар

Путинға ышаныс рейтингы 80,8 процентҡа еткән — ВЦИОМ

Һорауға яуап биргән рәсәйҙәрҙең 80,8 проценты Владимир Путинға ышана, уның Рәсәй Президенты вазифаһындағы эшен 78,3 проценты хуплай. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең 2022 йылдың 30 майынан 5 июненә тиклем үткәргән һорау алыу йомғаҡтары шуны раҫлай.

Путинға ышаныс рейтингы 80,8 процентҡа еткән — ВЦИОМ
Путинға ышаныс рейтингы 80,8 процентҡа еткән — ВЦИОМ

Сағыштырыу өсөн: Украинала махсус операцияның тәүге көндәрендә рәсәйҙәрҙең 73 проценты Путинға ышана ине.

Шул уҡ ваҡытта премьер-министрҙың һәм Рәсәй Хөкүмәтенең эшенә ыңғай баһа биреү кимәле һуңғы аҙнала 53,4% (бер аҙнала +0,9 п.п.) һәм 52,9% (бер аҙнала +1,8 п.п.) тәшкил иткән.

«Берҙәм Рәсәй» партияһын хуплау кимәле — 41,7%, КПРФ — 10,4%, ЛДПР — 7,9% , «Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар - Ғәҙеллек өсөн» —5,7%, «Яңы кешеләр»  — 4,7%.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: