Дәүләт хеҙмәте
3 Сентября , 08:12

Башҡортостан Башлығы «Үҙебеҙҙең балалар» акцияһы хаҡында һөйләне

Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә БР Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы әҙерләгән видеояҙма менән уртаҡлашты. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы «Үҙебеҙҙең балалар» акцияһы хаҡында һөйләнеБашҡортостан Башлығы «Үҙебеҙҙең балалар» акцияһы хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы «Үҙебеҙҙең балалар» акцияһы хаҡында һөйләне
1 сентябрҙә «Үҙебеҙҙең балалар» акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда МХО ветерандары һәләк булған яугирҙәрҙең балалары янында булды – уларҙы мәктәпкә оҙатты, ярҙам күрһәтте, бүләктәр тапшырҙы.

«Беҙҙең өсөн сит балалар юҡ. Беҙҙең геройҙарҙың балалары – беҙҙең дә балалар. Уларҙы үҫтерергә һәм аяҡҡа баҫырға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Шулай эшләү һәм шулай йәшәү – дөрөҫ һәм ғәҙел», – тип билдәләне Радий Хәбиров. 

Автор:"Башинформ"