

Алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн Илвир Нуриев һәм Илдар Рәжәпов Шайморатов генерал орденына лайыҡ булды.
Илдар Рәжәпов яуап һүҙендә Башҡортостан Башлығына яугирҙарға даими күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ разведка-штурмлау бригадаһының флагын һәм вымпелын тапшырҙы.
Шайморатов генерал миҙалдары менән юл-комендант ротаһы командиры Урал Дәүләтшин һәм Рәсәй Оборона министрлығы хәрби часы хирургия бүлегенең операцион шәфҡәт туташы Ләйсән Ергизова бүләкләнде.
Башҡортостан Башлығы республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Беҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙар махсус хәрби операция бурыстарын батырҙарса үтәй. Барыһына ла ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! – тине Радий Хәбиров.