Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
17 Февраль , 14:40

Ольга Кабанова — республиканың яңы хеҙмәт министры

Башҡортостандың яңы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры итеп Ольга Каабанова тәғәйенләнә.

Ольга Кабанова — республиканың яңы хеҙмәт министры
Ольга Кабанова — республиканың яңы хеҙмәт министры
Фото: видеонан стоп-кадр / Башҡортостан хөкүмәте

Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Быға тиклем Кабанова ведомство етәксеһенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләне.

«Эстафетаны ҡабул итеп алығыҙ һәм эшкә тотоноғоҙ», — тине Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 йылдан ашыу республиканың хеҙмәт министры булған Ленара Иванова Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға эшкә күсә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-16/stalo-izvestno-kto-vozglavit-mintrud-bashkirii-4579698

Автор: Иван Вавилов
Автор: "Башинформ"
Читайте нас