Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
4 Декабрь 2025, 15:56

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстан президенты менән осрашыуҙа ҡатнашты

Рәсәйҙең ил хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров етәкселегендәге делегацияһы составында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстан президенты Шәфҡәт Мирзиёев менән осрашыуҙа ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстан президенты менән осрашыуҙа ҡатнашты
Башҡортостан Башлығы Үзбәкстан президенты менән осрашыуҙа ҡатнашты
Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте

Яҡтар дәүләттәрҙең иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарында тормошҡа ашырған уртаҡ проекттарын, мәғариф һәм фән өлкәләрендә үҙ-ара эш итеүҙе, төбәктәр хеҙмәттәшлеген тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы тулыраҡ мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

«Беҙ Үзбәкстан менән күптән төрлө йүнәлештәрҙә тығыҙ эшләйбеҙ. Был осрашыу Башҡортостандың Үзбәкстан менән мөнәсәбәттәрен үҫтереү өсөн яҡшы этәргес булыр тип ышанам, — тип яҙҙы Радий Хәбиров. — Рәсәй Президенты Владимир Путин кеүек үк, Шәфҡәт Миромон улы ла ике илдең төбәктәре араһында партнерлыҡты нығытыуға етди иғтибар бүлә. Артабан эшләйбеҙ».

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-12-04/glava-bashkirii-prinyal-uchastie-vo-vstreche-s-prezidentom-uzbekistana-4492538

 
 
матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте
Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте
Автор: Альмира Давлетбаева
Автор: "Башинформ"
Читайте нас