-18 °С
Болотло
Был турала бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан ителде.
«Ант биреү – вазифаға инеү өсөн Конституцияның мотлаҡ талабы», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республиканың әлеге етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығын һайлауҙа 80,21% тауыш йыйҙы. Республика һайлаусыларының 1,724 миллиондан ашыуы уның өсөн тауыш бирҙе. Һайлауға килеү күрһәткесе 72,34% тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр республика Үҙәк һайлау комиссияһынан.