Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
8 Июль , 14:25

Башҡортостан Башлығы Фәнүр Йәғәфәровҡа республиканың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре исемен бирҙе

Радий Хәбиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәровҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирҙе. Был хаҡта дүшәмбе, 8 июлдә, хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды.

Башҡортостан Башлығы Фәнүр Йәғәфәровҡа республиканың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре исемен бирҙе
Башҡортостан Башлығы Фәнүр Йәғәфәровҡа республиканың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре исемен бирҙе

«Бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт аетлығының директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров тыуған көнөн билдәләй. Уға 50 йәш тулды. Фәнүр Мөхәррәм улы бик мөһим йүнәлеш өсөн яуаплы, киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеген координациялау мөһим. Һеҙгә эште яҡшы ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ — ысын илһөйәр һәм көрәшсе», — тине Радий Хәбиров, Фәнүр Йәғәфәровҡа лайыҡлы наградаһын тапшырып.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: