Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
28 Июнь , 15:15

Константин Толкачев чайлдфриҙы тыйыу тураһында закон проектын хуплауын белдерҙе

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев Петербург халыҡ-ара юридик форумында чайлдфри идеологияһын пропагандалауҙы тыйыу тураһында закон проектын хуплауға бәйле башланған дискуссияға үҙ фекерен әйтте.

Константин Толкачев чайлдфриҙы тыйыу тураһында закон проектын хуплауын белдерҙе
Константин Толкачев чайлдфриҙы тыйыу тураһында закон проектын хуплауын белдерҙе

«Ғаилә: һаҡларға, юғалтырға ярамай» сессияһында Рәсәй Федерацияһының юстиция министры урынбаҫары Всеволод Вуколов илдә тейешле закон проектының әҙерләнеүе тураһында иҫкә төшөрҙө. Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Ирина Яровая лы хуплап сығыш яһаны. Ул «Радикаль, экстремистик һәм террористик эшмәкәрлекте пропагандалауға ҡаршы тороуҙа яһалма интеллекттың роле» сессияһы ваҡытында чайлдфриҙы ҡорал менән сағыштырҙы һәм уны тыйырға тәҡдим итте.

«Беҙҙең закон проекты Дәүләт Думаһында ҡарауҙа, уның төп маҡсаты — бәлиғ булмағандар араһында балаһыҙлыҡ идеологияһын таратыуҙы тыйыу,  — тине Константин Толкачев. — Ул эксперттар берләшмәһе, йәмәғәт ойошмалары, Рус православие сиркәүе ҡатнашлығында әҙерләнгән. Рәсәйҙең Юстиция министрлығы һәм Дәүләт Думаһы етәкселеге ярҙамы менән беҙҙең башланғысты тиҙерәк ҡаралыр һәм яҡын арала депутаттарҙа хуплау табыр тип ышанабыҙ».

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-06-28/konstantin-tolkachev-vyskazalsya-v-podderzhku-zapreta-propagandy-chayld-fri-3827179

Автор:"Башинформ".
Читайте нас: