Бөтә яңылыҡтар

Зөһрә Гордиенко – министр!

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Зөһрә Гордиенко – министр!
Зөһрә Гордиенко – министр!
Зөһрә Гордиенко – министр!

 Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан итте.

“Ҡыйғы районындағы эшегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, унда байтаҡ процестарҙы йәнләндереп ебәрҙегеҙ. Иртәгәнән яңы вазифала эшләй башлауығыҙҙы һорайым. Әлеге ваҡытта заявка биреү кампанияһы бара. Туризм һәм эшҡыуарлыҡ – беҙҙең өсөн мөһим йүнәлеш. Тейешле дәрт менән эшкә тотонорһоғоҙ тип ышанам”, – тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: