Бөтә яңылыҡтар

Сергей Шойгу Владимир Путиндың указы менән Именлек советы секретары итеп тәғәйенләнде

Оборона министры Сергей Шойгу Владимир Путиндың указы менән Именлек советы секретары итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр итте президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков.

Сергей Шойгу Владимир Путиндың указы менән Именлек советы секретары итеп тәғәйенләнде
Сергей Шойгу Владимир Путиндың указы менән Именлек советы секретары итеп тәғәйенләнде

Именлек советының ғәмәлдәге секретары Николай Патрушев, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, секретарь вазифаһынан бушатылды.

«Ул эшләүен дауам итә, алдағы көндәрҙә ҡайҙа икәнен хәбәр итербеҙ», - тине Песков.

Путиндың Федерация Советына ҡарауға тәҡдим иткән кандидатуралар исемлегендә оборона министры итеп беренсе вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Андрей Белоусовты тәғәйенләргә тәҡдим итеүе билдәле булды. Бынан алдағы составта ул социаль-иҡтисади блок өсөн яуаплы ине.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-05-13/sergey-shoygu-naznachen-ukazom-vladimira-putina-sekretarem-sovbeza-3762455

Автор:Алексей Фәтихов
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: