Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
22 Март , 10:56

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында президент һайлауҙың рәсми йомғаҡтары иғлан ителде

Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Элла Памфилова махсус ултырышта Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биреүгә рәсми йомғаҡ яһаны.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында президент һайлауҙың рәсми йомғаҡтары иғлан ителде
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында президент һайлауҙың рәсми йомғаҡтары иғлан ителде

 Владимир Путин 87,28% тауыш йыйған (76 277 708 кеше), Николай Харитонов — 4,31% (3 768 470), Владислав Даванков — 3,85% (3 362 484), Леонид Слуцкий — 3,20% (2 797 629).

Ил халҡының 77,49% (87 576 075 кеше) һайлауҙа ҡатнашҡан.

«Рәсәйҙең хәҙерге тарихында бындай күрһәткестәр булғаны юҡ ине», - тип хәбәр итә РИА Новости Памфилованың һүҙҙәренә һылтанма менән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-21/v-tsik-rossii-ozvuchili-ofitsialnye-itogi-vyborov-prezidenta-3695293

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: