Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
25 Ғинуар , 11:11

Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың төп мәсетендә булды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 24 ғинуарҙа Ҡаҙағстанға эш сәфәре барышында Астананың Үҙәк мәсетендә – илдең төп иман йортонда булды.

Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың төп мәсетендә булды
Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың төп мәсетендә булды
Фото:Олег Яровиков

 Күркәм мәсет 2022 йылдың 12 авгусында асылған. Экскурсия ваҡытында мәсет имамы Канат Кыдырмин һәм мәсеттең йәмәғәтселек менән эшләү буйынса менеджеры Ернар Кожабек уның 10 гектарҙы майҙанды биләүе хаҡында һөйләне.

Ҙур көмбәҙҙең бейеклеге – 83,2 метр, диаметры –  62 метр. Мәсет дүрт манаралы, уларҙың бейеклеге – 130 метр.

Беренсе һәм икенсе ҡаттарҙа, намаҙ уҡыу урындарынан тыш, уҡыу кластары, конференциялар залы, никахлашыу залы, Ҡөрьән уҡыу залы, телестудия, офистар, эш бүлмәләре, магазиндар, музей һәм техник бүлмәләр урынлашҡан.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ медиа-залды, дини кейем тегеү цехын, Ҡаҙағстандың тарихи мәсеттәре макеттарын ҡараны.

«Астана мәсете донъяның иң ҙур ун мәсете иҫәбенә инә. Беләһегеҙме, уны өс йыл эсендә төҙөгәндәр. Бында бик ҡыҙыҡлы архитектура, һәм ғөмүмән комплекслы ҡараш. Күрәһегеҙме, ҡатын-ҡыҙҙарҙы тегергә өйрәткән оҫтахана ла бар. Мәғрифәтселек мәктәбе, бында комплекслы ҡараш күренеп тора. Әле беҙ «Әр-Рәхим» мәсетен тикшереү эшен тамамлайбыҙ, оҙаҡламай йөҙләү ташын һатып алыу тәҡдиме менән сығырбыҙ, моғайын, быйыл ошо эште башлайбыҙ. Шуға күрә башҡаларҙыҡын ҡарауы ҡыҙыҡ. Бында бик бай һәм матур. Нимәһе мөһим: күрәһегеҙме, улар ҡаҙаҡ биҙәктәрен төшөргән», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Мәсеттә 235 мең кеше доға ҡылырға мөмкин.

Ғибәҙәтхананың ишектәре донъяла иң бейек ағас ишектәрҙең береһе булып иҫәпләнә. Ул Африкала үҫкән ағастан эшләнгән. Уның бейеклеге - 12,40 метр, ауырлығы - 1,5 тонна.

Мәсеттең ишектәре ҡаҙаҡ милли орнаменты менән биҙәлгән. Залдың уртаһында диаметры 27 метрлыҡ һәм ауырлығы 20 тонналыҡ гәлсәр люстра эленеп тора, ул да донъяла иң ҙуры булып һанала.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-01-24/radiy-habirov-posetil-glavnuyu-mechet-kazahstana-3616242

 
 
 
 
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: