Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
15 Декабрь 2023, 10:02

Владимир Путин ғаилә ипотекаһын оҙайтыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе

Рәсәй президенты Владимир Путин ғаилә ипотекаһын оҙайтыу кәрәклеген әйтте.

Владимир Путин ғаилә ипотекаһын оҙайтыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе
Владимир Путин ғаилә ипотекаһын оҙайтыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе
Фото:Валерий Шахов

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ғаилә ипотекаһы» программаһы 2024 йылдың 1 июленә тиклем эшләй. Ул рәсәйҙәргә кәметелгән ставка менән торлаҡ өсөн кредит алырға мөмкинлек бирә.

«Хөкүмәт ғаилә ипотекаһын оҙайтырға уйлай. Әлбиттә, хөкүмәт реаль мөмкинлектәрҙән, реаль бюджеттан сығып эш итергә тейеш, әммә оҙайтыу йүнәлешендә эшләргә кәрәк. Унда беренсе иғәнә лә — 20 процент, йылына иһә 6 процент. Өс бала булһа, 450 мең һум субсидия ҡаралған. Шуға күрә был турала ныҡлап уйлау мөһим. Хөкүмәткә мотлаҡ ошо мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушырмын», - тине дәүләт башлығы «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» программаһында.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-12-14/vladimir-putin-ob-yavil-o-neobhodimosti-prodleniya-semeynoy-ipoteki-3566627

Автор:Галина Бахшиева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: