Дәүләт хеҙмәте
14 Июль 2023, 09:42

Ҡыйғы районында «Патриот» паркының филиалы асыла

14 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡыйғы районына эш сәфәре барышында Йүкәлекүл ауылында урынлашҡан «Маяҡ» балалар лагерында булды.

Ҡыйғы районында «Патриот» паркының филиалы асылаҠыйғы районында «Патриот» паркының филиалы асыла
Ҡыйғы районында «Патриот» паркының филиалы асыла

 Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса, һауыҡтырыу учреждениеһында «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркының филиалы булдырыла, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығының махсус хәбәрсеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2023 йылдың апрелендә «Юғарыға ос!» мәктәп мәғарифы форумының пленар ултырышында Радий Хәбиров Башҡортостанда Шишмә районының «Патриот» паркындағы кеүек үҙәктәр селтәрен үҫтерергә йыйыныуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Беренсеһе Баймаҡ районының Күлтабан ауылында асыла.

Радий Хәбиров балалар лагеры корпустарын һәм спорт майҙансыҡтарын ҡараны, шулай уҡ муниципалитет вәкилдәре һәм проектлаусылар менән объектты яңыртыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко әйтеүенсә, биләмәнең дөйөм майҙаны – 2,6 гектар. Лагерҙың 110 урынлыҡ ике ҡатлы корпусы һәм медицина блогы менән бер ҡатлы ашханаһы, футбол, волейбол, баскетбол майҙансыҡтары бар. «Патриот» филиалы асылған осраҡта бында республиканың төньяҡ-көнсығышындағы биш райондың, шулай уҡ Асҡын һәм Ҡариҙел райондарының унынсы класс уҡыусылары, колледж студенттары хәрби күнекмәләрҙә ҡатнашырға мөмкин.

Филиалды ойоштороу өсөн корпустарҙы капиталь төҙөкләндереү, бинаны заманса ашхана итеп реконструкциялау эштәре планлаштырыла, тип билдәләне төҙөүсе компанияның баш инженеры Сергей Минеев. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова һүҙҙәренсә, бында федераль программа буйынса 100 урынлыҡ ике модуль корпусын ҡуйыу күҙаллана.

Шул рәүешле балалар лагерында мәктәп йәшендәге балалар өсөн тематик сменалар һаҡлана. Территорияла ҡаршылыҡтар һыҙаты, ГТО тапшырыу өсөн майҙансыҡ һәм заманса спорт зонаһы булдырыла.

Радий Хәбиров балалар менән дә аралашты, уларға яҡшы ял теләне һәм яҡын киләсәктә «Маяҡ» балалар лагерының күпкә үҙгәрәсәген әйтте.

«Төньяҡ-көнсығышта «Патриот» паркы филиалын асыу өсөн лагерҙы бик оҙаҡ һайланыҡ. «Маяҡ» мәктәп муниципаль лагеры функцияларын үтәү менән бер рәттән өлкән класс уҡыусыларын хәрби яҡтан әҙерләү урыны ла булыр. Яҡшы шарттар тыуҙырырбыҙ», - тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-07-14/v-kiginskom-rayone-bashkirii-otkroyut-filial-parka-patriot-3340059

Автор:Азат Ғиззәтуллин
 
Ҡыйғы районында «Патриот» паркының филиалы асыла
Ҡыйғы районында «Патриот» паркының филиалы асыла
Автор:"Башинформ".
Читайте нас