Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
11 Ноябрь 2022, 22:13

Башҡортостанда муниципалитет башлыҡтарының барыһы ла социаль селтәрҙәр алып бара

2022 йылдың 1 декабренән һәр дәүләт учреждениеһының, министрҙың, министрлыҡтың, ҡала һәм район башлыҡтарының социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһе булырға тейеш.

Башҡортостанда муниципалитет башлыҡтарының барыһы ла социаль селтәрҙәр алып бара
Башҡортостанда муниципалитет башлыҡтарының барыһы ла социаль селтәрҙәр алып бара

Республикаға идара итеү үҙәге (ЦУР РБ) мәғлүмәттәре буйынса, республиканың барлыҡ ҡала һәм район башлыҡтарының социаль селтәрҙәге сәхифәләре бар. Бергәләп – 210 аккаунт. Улар өс социаль селтәрҙә – «Бәйләнештә», «Класташтар» һәм Телеграмда эшләй. Ошо дәүләт төркөмдәренә 623 290 кеше яҙылған.

– Рәсәй субъекттарының 89 башлығының 86-һы социаль селтәрҙә шәхси биттәрен алып бара. Был осраҡта ҡала йәки район башлығына, социаль селтәрҙәр мөһим түгел йәки уларға ваҡыт бүлә алмайым, тип әйтеүе ҡыйын, – тип аңлатма бирә «Төбәктәр диалогы» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Андрей Цепелев.

Ысынлап та, Башҡортостанда Радий Хәбиров – иң популяр блогер. Уның «Бәйләнештә» һәм Телеграмда 300 меңдән ашыу яҙылыусыһы бар. 2022 йылдың 4 ноябренән 11-нә тиклем генә 1 393 707 кеше Радий Хәбировтың яҙмаларын ҡараған.

Республика ҡала башлыҡтары араһында яҙылыусылар һаны буйынса Ратмир Мәүлиев алдынғы урында. Өфө мэрының социаль селтәрҙәге сәхифәһенә 40 767 кеше яҙылған. Икенсе урында Андрей Иванюта. Белорет районы башлығының 24 966 яҙылыусыһы бар. Өсөнсө урында – 23 538 кеше менән Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.

3 ноябрҙән 11-нә тиклем Андрей Иванютаның сәхифәһен иң күп кеше ҡараған. Белорет районы башлығы аккаунтына 351 260 тапҡыр ингәндәр. Иң күп комментарийҙарҙы Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтың сәхифәһендә ҡалдырғандар – улар 1734. Әлшәй районы башлығы Дамир Мостафин яҙмалар һаны буйынса алдынғы урында – бер аҙнала уның сәхифәһенә 99 пост ҡуйылған.

«Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге» проекты етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Черенков һүҙҙәренсә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә социаль селтәрҙәр күңел асыу майҙансығынан халыҡтың ихтыяждарына тиҙ һәм сифатлы яуап биреү, дәүләт менән кешеләр араһында кире бәйләнеш булдырыу мөмкинлеген биргән һөҙөмтәле ҡоралға әйләнде.

«Диалог» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы белгестәре билдәләүенсә, шәхси аккаунттарҙы 2 меңдән ашыу Рәсәй ҡалалары һәм муниципаль райондары башлыҡтары алып бара. Статистикаға кәмендә ике социаль селтәрҙә булған чиновниктар эләгә. Был биләмәләр етәкселәренең – 84 проценты. 2021 йылдың декабрендә был күрһәткес 14 процент ҡына тәшкил иткән. Шулай итеп, 2022 йылда ҡала һәм район башлыҡтарының 70 проценты шәхси социаль селтәрҙәр алып бара башлаған.

Дәүләт пабликтары селтәре артабан да үҫешәсәк. «Диалог» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы вәкилдәре фекеренсә, социаль селтәрҙәрҙә тағы 150 мең аккаунт – мәктәптәрҙең, дауаханаларҙың, балалар баҡсаларының һәм мәҙәниәт йорттарының рәсми биттәре барлыҡҡа киләсәк. Төп майҙансыҡтар – «Бәйләнештә» һәм Телеграм селтәрҙәре.

Һүрәттә: Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашаповтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһе. 

 

Автор:
Читайте нас: