Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
5 Ноябрь 2022, 09:05

Дәүләт Думаһы 2023 йылда МРОТ-ты 16 242 һум күләмендә билдәләргә тәҡдим итә

2022 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменән 6,3% артырға тейеш.

Дәүләт Думаһы 2023 йылда МРОТ-ты 16 242 һум күләмендә билдәләргә тәҡдим итә
Дәүләт Думаһы 2023 йылда МРОТ-ты 16 242 һум күләмендә билдәләргә тәҡдим итә

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа 2023 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен айына 16 242 һум күләмендә билдәләргә тәҡдим иткән закон проектын ҡабул итте.

Әлеге көндә МРОТ 15 279 һум тәшкил итә. Шулай итеп, уны 6,3% арттырыу ҡаралған.

Бынан тыш, закон проекты 2023 һәм 2024 йылдарға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен иҫәпләү тәртибен үҙгәртергә тәҡдим итә. МРОТ тиҙләтелгән тәртиптә арта башлай: уны арттырыу Рәсәйҙә эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленең үҫеш темптарына бәйле була.

Төҙәтмәләргә ярашлы, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен иҫәпләгәндә медиан эш хаҡы күләме кеүек күрһәткес ҡулланылмай.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: