Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
1 Ноябрь 2022, 15:40

Радий Хәбиров Башҡортостанда өлөшләтә мобилизацияның тамамланыуын белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала өлөшләтә мобилизацияның тамамланыуын белдерҙе. Был хаҡта республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Радий Хәбиров Башҡортостанда өлөшләтә мобилизацияның тамамланыуын белдерҙе
Радий Хәбиров Башҡортостанда өлөшләтә мобилизацияның тамамланыуын белдерҙе

«Тәү сиратта Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация сараларының тамамланыуын хәбәр итәм. Рәсәй Генштабы ла хәрби округтарға тейешле күрһәтмәләр ебәргән. Запастағы граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле эштәр туҡтатылды», — тине Радий Хәбиров.

Хәрби комиссариаттарҙың Ҡораллы көстәрҙе комплектлау буйынса эше ирекмәндәрҙе һәм контрактниктарҙы ҡабул итеү иҫәбенә дауам итәсәк, тип билдәләне ул.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 1 ноябрҙән республикала көҙгө саҡырылыш башланыуын хәбәр иткәйне. Ул ике ай дауамында 4000 кешене хәрби хеҙмәткә алыу планлаштырыла. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-01/radiy-habirov-ob-yavil-o-zavershenii-chastichnoy-mobilizatsii-v-bashkirii-3011811

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: