Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
5 Февраль 2021, 16:50

Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға 20 мең һум аҡса түләргә тәҡдим итәләр

Дәүләт Думаһының Башҡортостандан халыҡ һайланыусыһы Инга Юмашева ингән бер төркөм депутаттары ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға 20 мең һум түләү тураһында закон проектын әҙерләй.

Дәүләт Думаһының Башҡортостандан халыҡ һайланыусыһы Инга Юмашева ингән бер төркөм депутаттары ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға 20 мең һум түләү тураһында закон проектын әҙерләй.

Авторҙар уларға йыл ярым буйына айлыҡ түләүгә хоҡуҡ биргән махсус сертификат тапшырыу тәҡдиме менән сығыш яһай, тип хәбәр итте News.ru.

Инга Йомашева, Николай Земцов һәм Петр Толстой был буласаҡ әсәнең матди хәлен яҡшыртып ҡына ҡалмаҫ, демографик хәлгә лә ыңғай йоғонто яһар тип иҫәпләй. Документтарҙы яҙғы сессияла уҡ ҡарауға индереү планлаштырыла.

«Беҙгә был балаларҙың кәрәклеген күрһәтеү мөһим. Әле закон проектын әҙерләү менән шөғөлләнәбеҙ», — тип һөйләне депутаттар.

Читайте нас в