Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
19 Декабрь 2019, 11:25

ВЛАДИМИР ПУТИНҒА МЕРКЕЛЬ ҮҘЕ ШЫЛТЫРАТЫРҒА БУЛҒАН

Бер аҙна элек Парижда Рәсәй Президенты менән Германия канцлеры Ангела Меркелдең осрашып ҡайттты. Улар тағы ла һөйләшергә булды. Нимәгә икән?

Бер аҙна элек Парижда Рәсәй Президенты менән Германия канцлеры Ангела Меркелдең осрашып ҡайттты. Улар тағы ла һөйләшергә булды. Нимәгә икән?

Баҡһаң, улар ана шул "норманд форматы"ндағы осрашыуға йомғаҡ яһап, фекер алышҡан.

Владимир Путинға Меркель ханым үҙе шылтыратырға булған. Ике етәксе лә дүрт яҡлы саммитты ыңғай баһалай. Әлеге лә баяғы Украинаның бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәр дауам итә бит.

Тағы ла Ливия темаһы күтәрелде. Әйтерһең дә, үҙебеҙҙә проблемалар юҡ. Һәр хәлдә ҡайҙа ғауға ҡуба, беҙ шуны бөтөрөр өсөн ҡаратырышлана ла йөрөйбөҙ. Ҙур һәм йоғонтоло ил булғас ни. Әлбиттә, эргә-тирәлә тыныслыҡты тәьмин итеү мөһим. Ана, Украинала һәм Сүриәләге һуғыштан ғына ла күпме мигрант күсенде?

Читайте нас: