Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
6 Ноябрь 2019, 13:49

Закондың көсө уның үтәлешендә

Cуд приставтары хеҙмәте суд ҡарарҙарының үтәлеүенә, граждандарҙы социаль яҡтан һәм хеҙмәткә хоҡуҡтарын яҡлауға булышлыҡ итә.

Cуд приставтары хеҙмәте суд ҡарарҙарының үтәлеүенә, граждандарҙы социаль яҡтан һәм хеҙмәткә хоҡуҡтарын яҡлауға булышлыҡ итә.

Федераль Суд приставтары хеҙмәте идаралығының Салауат районы бүлегендә үҙ эшен яратҡан, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Бүлеккә быйылдан өлкән суд приставы Миләүшә Зәрәфетдинова етәкселек итә. Суд пристав­тары-башҡарыусылар Валерик Мөсәләмов, Алия Вәлиева, баш белгес-дознаватель Денис Таһиров, судтарҙа тәртип һаҡлаусы (ОУПДС) Рөстәм Ғәлимов, Дмитрий Жигалин, Айрат Ҡазиханов, депозит иҫәбен алып барыусы өлкән белгес Гөлзирә Вәкилова, водитель Валерик Ғәлимов үҙ эшмәкәрлегендә һөҙөмтәләргә өлгәшкән белгестәр.

2019 йыл бүлек өсөн һөҙөмтәле булған – 9 ай эсендә бурыслыларҙан 2 млн. һумдан ашыу аҡса йыйылып, бюджетты тулыландырыуға йүнәлтелгән.

Алименттар, эш хаҡын түләттереү – суд приставтарының өҫтөнлөклө эш йүнәлештәренең береһе. Хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы менән 325 мең һум эш хаҡы, 1 млн. 365 мең һум алимент түләттерелгән. 6 кешегә алимент түләмәгәне өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған. Приставтар шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн бурыстарҙы түләтеү буйынса ла эш алып бара. Быйыл ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар файҙаһына яҡынса 1 млн. 457 мең һум аҡса ҡайтарылған. Хеҙмәткәрҙәр судтан ҡасып йөрөгән ике кешене лә ҡулға алған.

Приставтарҙың фиҙаҡәр, тырыш хеҙмәте йыш ҡына Маҡтау грамоталары, миҙалдар менән билдәләнә. Мәҫәлән, Гөлзирә Мөхәмәтнур ҡыҙы Вәкилова Рәсәй Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең II һәм III дәрәжәле “Хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Читайте нас: