Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
18 Июнь 2019, 13:29

Үҫмерҙәр Рәсәй гражданы булды

Рәсәй көнө уңайынан Салауат Юлаев музейында 14 йәшлек ҡыҙ һәм егеттәргә паспорт тапшырыу тантанаһы үтте.

Рәсәй көнө уңайынан Салауат Юлаев музейында 14 йәшлек ҡыҙ һәм егеттәргә паспорт тапшырыу тантанаһы үтте.

Был мөһим документты эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһе начальнигы Ирина Самарина тапшырып, оло тормош юлына баҫыусыларға уңыштар теләне һәм иҫтәлекле бүләктәр бирҙе.

Атап әйткәндә, Салауат районының 12 йәш үҫмере Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын алып ҡыуанды: Арсен Ғиззәтуллин, Алина Шәғәлина, Ангелина Фассалова, Булат Латыпов, Максим Фәйзуллин, Илгиз Усманов, Рөстәм Мөхәмәтдинов, Айгизә Ғирфанова, Илнур Мөфлиханов, Илнар Ғәлин. Ата-әсәләр исеменән балаларҙы тулы хоҡуҡлы Рәсәй гражданы булыуы менән Альгина Фассалова ҡотланы.

Музей хеҙмәткәре Луиза Нуриева паспорттың килеп сығыу тарихын һөйләне һәм үҫмерҙең белемен тикшереп ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе.

Сараның һуңында бергәләп фото төшөү һәм яңы ғына асылған “Республиканың ойошторолоуы” күргәҙмәһен ҡарау фәһемле булды.

Зилә Садиҡова,

Салауат Юлаев музейы директоры.
Читайте нас: