Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
16 Октябрь 2018, 15:24

Паспорт алыу – оло ваҡиға

Башҡортостан Респуб­ликаһының дәүләт суве­ренитеты көнөнә ҡарата Салауат Юлаев музейында паспорт тапшырыу тан­танаһы үтте.

14 йәшлек ҡыҙ һәм малайҙарға паспортты Миграция мәсьәләләре буйынса бүлексә начальнигы, полиция майоры Ирина Самарина тапшырҙы. Арина Абдрафиҡова, Айгиз Ғәниев, Юлиә Камалетдинова, Камила Манапова, Даниил Миңлеәхмәтов, Ренат менән Эдуард Солтановтар, Салауат Фәйзуллин, Эвелина Ханова паспортлы булды. Паспорт тапшырыу – йәштәрҙең генә түгел, ата-әсәләрҙең, яҡындарының да тормошонда ҙур ваҡиға. Ата-әсәләр исеменән Зарина Ханова сығыш яһаны. Шулай уҡ Рәсәй паспортын тәүгә алыусы граждандар алдында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса бүлеге начальнигы Азат Ғәйнетдинов сығыш яһаны. Музей хеҙмәткәрҙәре Эльвира Вәлиева менән Гөлназ Хәсәнова был юридик документтың әһәмиәте хаҡында һөйләп, “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы” темаһына викторина үткәрҙе. Был мөһим көн иҫтәлеге итеп йәш граждандарға Башҡортостан Республикаһы флагтары тапшырылды.
Читайте нас: