Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәте
13 Апрель 2018, 15:13

Ветерандың өмөтө аҡланды

Бөйөҡ Ватан һуғышы яугиры ҡатыны Сәмсинур Вәлиәхмәтоваға торлаҡ таныҡлығы тапшырылды

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, районда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының барыһы ла тиерлек торлаҡ менән тәьмин ителгән. 2012 йылда закон ҡабул ителгәндән алып бөтәһе 182 һуғыш яугиры һәм уларҙың тол ҡатындарына йорт йәки фатир алыуға таныҡлыҡтар тапшырылған.
Был аҙнала Малаяҙ ауылында йәшәүсе Сәмсинур Вәлиәхмәтованың да күптән көткән өмөтө аҡланды. Ниһайәт, 88 йәшлек ветеран дәүләттән торлаҡ алыу хоҡуғына эйә булды. Торлаҡ сертификатын уға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров тапшырҙы (һүрәттә). Республика Социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең райондағы бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлсибәр Миңлеәхмәтова был документ бер йыл ғәмәлдә буласағын белдереп, ошо осорҙа Рәсәй биләмәһенән йорт йәки фатир һатып алырға кәрәклеген аңлатты.
Сәмсинур Ғәйнулла ҡыҙы ғүмер баҡый “Лағыр” совхозының Торналы бүлексәһендә алдынғы быҙау ҡараусы булып эшләгән. Уның “1941 – 1945 й.й. Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” һәм Еңеүҙең юбилей миҙалдары бар, тырыш хеҙмәте шулай уҡ СССР-ҙың ВДНХ бронза миҙалы, партияның өлкә комитеты, Хөкүмәт, профсоюз, комсомол Почет грамоталары менән баһаланған. Ире Саяф Шәйәхмәт улы 1943 йылда һуғышҡа киткән. Ул Алыҫ Көнсығыш фронтында 39-сы уҡсылар дивизияһында дошманға ҡаршы алышҡан. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, колхозда эшләгән. Вәлиәхмәтовтар өс ул һәм бер ҡыҙ үҫтергән. Яугир күптән инде баҡыйлыҡта.
– Беҙ 2012 йылдан уҡ әсәйебеҙгә торлаҡ юллай башлағайныҡ. Атайыбыҙҙың документтарын элек юғалтҡан булғандар. “Подвиг народа” сайтынан уның хеҙмәт иткән часын, хәрби наградаларын табып, РФ Оборона министрлығының Подольский хәрби архивына запрос биреп, суд аша һуғышта ҡатнашыуын раҫлауға ирештек. Шуға ла оҙаҡҡа һуҙылды, – тине Сәмсинур апайҙың ҡыҙы Сажидә.
Читайте нас: