

Республиканың Композиторҙар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, хушлашыу 16 сентябрҙә Цветочная урамы, 2/3 адресы буйынса көндөҙгө сәғәт 1-ҙә була.
Риф Сафа улы үҙен фольклорҙы өйрәнеүгә, боронғо башҡорт уйын ҡоралдарын: думбыра, дөңгөр, ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙеүгә һәм камиллаштырыуға бағышлай. Ул 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт, монография, йырҙар йыйынтығы, уҡытыу-методик әсбаптар авторы. Уның халыҡ музыка ҡоралдарын эшләү һәм камиллаштырыу менән бәйле уйлап табыуға биш патенты була.
Музыка мәҙәниәтенә үҫешенә тос өлөш индергән өсөн Риф Сөләймәновҡа Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Салауат Юлаев ордены кавалеры ине.
Риф Сафа улы Сөләймәнов 1936 йылдың 9 июнендә Башҡорт АССР-ның Малаяҙ районы Лағыр ауылында, хәҙерге Салауат районында тыуған. 1968 йылда Ҡазан дәүләт педагогия институтының музыка-педагогия факультетын тамамлай. Өфө музыка тәрбиә биреү мәктәп-интернатында (хәҙер Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында) уҡытыусы булып эшләй. 1970 йылда Риф Сөләймәнов СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына ғилми хеҙмәткәр булып күсә. 1990 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 2006 йылдан фольклористика бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре була.
Ғалимдың билдәле китаптары араһында – «Халыҡ ижады ынйылары» (Өфө, 1995), «Боронғо башҡорт скрипкаһы — ҡылҡумыҙ», «Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарының йыр ижады» һәм башҡалар.
Башинформ мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.