+9 °С
Ясно


Йәй тамамланыуға бара, республика көндәр һыуыта башланы.Әлегә төндә һауа температураһы түбәнәйә, көндөҙ ямғыр яуыуы көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет синоптиктары.
Бөгөн, 27 августа, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен фаразлана, көньяҡта яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +17, +22°.
Йома, 28 августа, яуым-төшөмһөҙ, төндә төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә температура +3, +8° булһа, көндөҙ һауа +13, +18° тиклем йылына.