

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина һөйләүенсә, махсус подразделение «берҙәм тәҙрә» форматында эшләйәсәк, эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә бизнесты башлап ебәреү һәм алып барыу мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт-консультация ярҙамы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, үҙмәшғүл граждандар өсөн льготалы финанслау мәсьәләләре, бизнесты башлау һәм үҫтереү өсөн белем биреү программалары мәсьәләләре буйынса консультациялар һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтәсәк.
Радий Хәбиров урындағы эшҡыуарҙар менән аралашты, уларҙың бәләкәй бизнесты ниндәй йүнәлештәр буйынса үҫтереүҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, Ағиҙел — йәш һәм перспективалы ҡала, ул бизнесты үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса. Ағиҙел географик яҡтан уңайлы урынлашыуы, үҫешкән инфраструктураһы һәм уңайлы инвестиция климаты менән эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеп тора.
«Ағиҙелдең үҙенсәлеге шунда: бында бер генә ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятие ла юҡ. Шуға күрә уның киләсәге бәләкәй бизнес ҡулында. Әгәр бында яҡшы өҫтөнлөклө шарттар булһа, бәләкәй бизнес та киләсәк. Бына ошо хаҡта уйларға кәрәк», – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына.