Общие статьи
18 Августа , 03:25

Радий Хәбиров Федераль суд приставтары хеҙмәтенең яңы етәксеһе менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 17 августа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Федераль суд приставтары хеҙмәте бойороғо менән Дмитрий Бровченконың Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика буйынса баш идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе тураһында белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Федераль суд приставтары хеҙмәтенең яңы  етәксеһе менән таныштырҙыРадий Хәбиров Федераль суд приставтары хеҙмәтенең яңы  етәксеһе менән таныштырҙы
Радий Хәбиров Федераль суд приставтары хеҙмәтенең яңы етәксеһе менән таныштырҙы

«Уның менән рәсми рәүештә таныштырырбыҙ. Быға тиклем ул Киров өлкәһендә ошондай вазифаны биләне. Дмитрий Леонидовичҡа уңыштар теләйбеҙ. Осрашҡас, бөтә нескәлектәрҙе тикшерербеҙ», — тине Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров Һарытау өлкәһенә эшкә күскән Башҡортостандың элекке баш суд приставы Илнур Мәхмүтовтың эшен билдәләне. Унда яҡташыбыҙ төбәк буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең төбәк буйынса баш идаралығы етәксеһе – Һарытау өлкәһе буйынса баш суд приставы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

«Илнур Әнүәр улы оҙаҡ йылдар эшләне, минеңсә, хеҙмәт бурыстарын лайыҡлы үтәне. Беҙ үҙ-ара килешеп эшләнек. Хәҙер Илнур Әнүәр улы икенсе төбәктә эшләй. Уға уңыштар теләйбеҙ һәм эше өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Уның ярҙамында һуңғы йылдарҙа суд приставтары хеҙмәте үҙ бурыстарын бик һөҙөмтәле һәм сифатлы үтәне тип иҫәпләйем», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор: