Общие статьи
8 Май , 09:30

Республикаға ямғырҙар һәм һалҡындар килә

Күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә.

Республикаға ямғырҙар һәм һалҡындар киләРеспубликаға ямғырҙар һәм һалҡындар килә
Республикаға ямғырҙар һәм һалҡындар килә

Бөгөн, 8 майҙа, республикала йылы һауа торошо һаҡлана, көндөҙ һауа температураһы +20, +26° тиклем күтәрелә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.

Бөйөк Еңеү көнөндә һауа торошо үҙгәрә. Һауа температураһының көндөҙ +13, +18° тиклем түбәнәйеүе көтөлә, төньяҡ-көнсығыштан иҫкән елдең тиҙлеге урыны менән секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин. Күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы фаразлана. Башҡортостандың баш ҡалаһында көндөҙ +16, +18°, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыу ихтималлығы юғары.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас