Общие статьи
20 Апреля , 09:57

Өфөнән диндарҙар Мәккәгә һәм Мәҙинәгә оса ала

Диндарҙарҙы Сәғүд Ғәрәбстанына хажға алып барыу программаһы әҙер, тип хәбәр иттеләр Рәсәйҙең Транспорт министрлығынан.

Өфөнән диндарҙар Мәккәгә һәм Мәҙинәгә оса алаӨфөнән диндарҙар Мәккәгә һәм Мәҙинәгә оса ала
Өфөнән диндарҙар Мәккәгә һәм Мәҙинәгә оса ала

Рәсәй диндарҙарын Мәккәгә һәм Мәҙинәгә хажға алып барыу буйынса программа тулы күләмдә башҡарыла. Рейстар графигы илдең Транспорт министрлығында Росавиация, Рәсәй хаж-миссияһы, Jazeera Airways һәм Flynas авиакомпаниялары вәкилдәре ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә һөйләшеп килешелде.

Быйыл Рәсәй мосолмандары өсөн хажға квота 25 мең урын тәшкил итә. Улар 5-21 майҙа Сәғүд Ғәрәбстанына килеп етергә тейеш. Ә 30 майҙан 15 июнгә тиклем кире йүнәлештә рейстар планлаштырыла.

«Осоштар Яҡын Көнсығыштағы хәлде һәм ҡайһы бер илдәрҙең һауа киңлеген өлөшләтә ябыуын иҫәпкә алып башҡарыла, — тип билдәләнә Рәсәйҙең Транспорт министрлығы белдереүендә. — Мәскәү, Махачкала, Магас, Грозный, Өфө, Ҡазан, Нальчик, Сочи, Екатеринбург һәм Минеральные Воды аэропорттары хаж ҡылыусыларҙы хеҙмәтләндерергә һәм һауа судноларын ҡабул итергә/сығарырға әҙер».

Рейстарҙы башҡарыу өсөн Jazeera Airways, Centrum Air, Flyone Asia авиакомпаниялары самолеттары һәм резерв итеп Uzbekistan Airways йәлеп ителгән.

 
Галина Бахшиева
 
Автор:"Башинформ"
Читайте нас