Общие статьи
17 Апреля , 06:50

Радий Хәбиров Милли медицина тикшереү үҙәге етәксеһе менән осрашты

Өфөлә академик Евгений Шляхто төбәктең кардиология хеҙмәтенең 45 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнаша.

Радий Хәбиров Милли медицина  тикшереү үҙәге етәксеһе менән осраштыРадий Хәбиров Милли медицина  тикшереү үҙәге етәксеһе менән осрашты
Радий Хәбиров Милли медицина тикшереү үҙәге етәксеһе менән осрашты

16 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Алмазов исемендәге Милли медицина тикшереү терапия һәм профилактика медицина үҙәгенең генераль директоры, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе-кардиологы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Евгений Шляхто менән осрашты. Өфөлә ул республика кардиология хеҙмәтенең 45 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнаша.

Евгений Шляхто Республика кардиология үҙәгенең һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығының йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өлкәһендәге эшен юғары баһаланы.

Осрашыуҙа тармаҡтың кадрҙар потенциалына айырыуса иғтибар бүленде. Мәҫәлән, инфраструктураны яңыртыу табиптарҙың яңы быуынын йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе.

— Иң мөһиме, Республика кардиология үҙәге үҫеш нөктәһенә һәм йәш белгестәр үҙҙәрен күрһәтә алырҙай майҙансыҡҡа әүерелде. Был заманса технологиялар һәм мөмкинлектәр, — тине Евгений Шляхто. — Башҡортостанда йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре күрһәткестәре Рәсәй буйынса алғанда 20-25 процентҡа түбәнерәк. Был тотош илгә өлгө булып тора.

Академик шулай уҡ ауыр патологиялы пациенттарға ярҙам күрһәтеүҙе координациялаған Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефенә идара итеү үҙәгенең эшен билдәләне.

— Был бөтә системаны (ярҙам күрһәтеүҙән алып компетенция үҙәктәрен булдырыуға тиклем) контролдә тотҡан штаб кеүек, — тине Евгений Шляхто.

Республикала медицина учреждениеларының матди-техник базаһын яңыртыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, тип билдәләне Радий Хәбиров. Әйтәйек, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау белгестәрҙең эш шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе.

– Беҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тәртипкә килтерҙек. Быға тиклем уларҙың ҡайһы берҙәре үткән быуатта төҙөлгән биналарҙа эшләй ине. Бындай шарттар, әлбиттә, заман талаптарына яуап бирмәй. Шуға күрә инфраструктураны камиллаштырыу һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү өсөн мөһим аҙым булды, – тине Башҡортостан Башлығы.

 

 
 
Автор:
Читайте нас