Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Март , 14:25

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде

Башҡортостанда 27 марттан 10 майға тиклем яҙғы өмәләр ойошторола. 18 апрелдә дөйөм республика өмәһе була. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта белдерҙе.

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде
Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы | архив

Республика етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына өмәләрҙе сифатлы үткәрергә ҡушты.

«Бөгөндән үк кешеләрҙе сығарырға кәрәк һәм алға! Был беҙҙең тирә-яҡ мөхит. Сығып, өс-дүрт сәғәт эшләгәндән бер ни ҙә булмаҫ. Иң мөһиме, быны еренә еткереп ойошторорға кәрәк. Кешеләр үҙҙәренең эш урынын белһен, инструменттар менән тәьмин ителһен, сүп-сарҙы сығарыу шунда уҡ ойошторолһон. Муниципалитет башлыҡтары, был һеҙҙең туранан-тура бурысығыҙ. Һеҙ урындарҙа ошо эште ойошторорға тейешһегеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 1 июнгә тиклем Өфөлә санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса «айлыҡ» башланыуы тураһында яҙғайны. Санитар йомаларҙан тыш, 28 мартта, 11 һәм 25 апрелдә дөйөм ҡала өмәләре үткәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-23/v-bashkirii-opredelili-daty-vesennih-subbotnikov-4623598

Автор: Ләйсән Закирова
Автор: "Башинформ"
Читайте нас