Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ғинуар , 10:00

Республикала яңы оҙайлы ял көндәре билдәле булды

Февраль айында Башҡортостан халҡын йәнә оҙайлы ял көндәре көтә.

Республикала яңы оҙайлы ял көндәре билдәле булды
Республикала яңы оҙайлы ял көндәре билдәле булды
Фото: Ләйсән Закирова / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

 Биш көнлөк эш аҙнаһында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан өс көн рәттән – 21-енән 23-өнә тиклем ял була.

«Башинформ» яҙғанса, 2026 йылда республикала туғыҙ ҡыҫҡа эш аҙнаһы. Февралдән тыш, мартта, артабан апрелдә, май байрамдары алдынан һәм июндә. Ноябрҙә Рәсәйҙә эш аҙнаһы ике өлөшкә бүленә, ә декабрҙең һуңғы аҙнаһында өс кенә эш көнө көтөлә.

Шулай уҡ республикала 20 мартта Ураҙа байрамы айҡанлы өҫтәмә ял көнө була. 27 майҙа – Ҡорбан байрамы, шуға күрә эш аҙнаһы ике өлөшкә бүленеүе ихтимал.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-12/stali-izvestny-daty-novyh-dlinnyh-vyhodnyh-v-bashkirii-4534534

Автор: Ләйсән Закирова
Автор: "Башинформ"
Читайте нас