

Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, 2026 йылда 2025 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә торған граждандар бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға хоҡуҡлы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр бер тапҡыр һәм бушлай шәхси төҙөлөш өсөн ер участкаһы бирелә йәки аҡсалата компенсация түләнә.
Бының өсөн граждандарға муниципалитет хакимиәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өфөлә йәшәгән ғаиләләр шулай уҡ Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ғариза яҙырға мөмкин.