Общие статьи
27 Ноябрь 2025, 04:53

Дәүләт хеҙмәттәрендә электрон пенсия таныҡлыҡтары барлыҡҡа килде

Хәҙер уларҙың хужаларына үҙҙәре менән пластик карточкалар йөрөтөү мотлаҡ түгел.

Дәүләт хеҙмәттәрендә электрон пенсия таныҡлыҡтары барлыҡҡа килдеДәүләт хеҙмәттәрендә электрон пенсия таныҡлыҡтары барлыҡҡа килде
Дәүләт хеҙмәттәрендә электрон пенсия таныҡлыҡтары барлыҡҡа килде
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Пенсионерҙар Дәүләт хеҙмәттәре порталында QR-код ярҙамында үҙҙәренең статусын һәм льготаларын раҫлай ала. Код ғәҙәти документҡа альтернатива булып тора, ул шәхси кабинетта автоматик рәүештә формалаша. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Социаль фондта иҫкә төшөрҙөләр.

Кемдәр яңыраҡ ҡына пенсионер статусын алған, QR-код пенсия тәғәйенләнгәндән һуң 10 көн эсендә әҙер була.

Пластик пенсия таныҡлыҡтары ғәмәлдә ҡала. Уларҙы, элекке кеүек үк, Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәтендә алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-26/na-gosuslugah-poyavilis-elektronnye-pensionnye-udostovereniya-4482654

Автор:Элина Әхмәтова
Автор:"Башинформ"
Читайте нас