

Яңы база станцияларын төҙөү һәм әле эшләгән телеком-инфраструктураны заманлаштырыу һөҙөмтәһендә түбәндәге ауылдарҙа сигналдарҙы яҡшырта алғандар: Дыуан районы — Дыуан, Мәсәғүт ауылдары; Иглин районы — Иглин, Охлебинин ауылдары; Учалы районы — Ахун, Бөйҙө, Миндәк ауылдары; Саҡмағош районы — Новосеменкин ауылы; Әбйәлил районы — Иҙәш Ҡусҡары ауылы; Архангел районы — Айытмәмбәт; Благовещен районы — Иҫке Илек ауылы; Ҡыйғы районы — Сирбай ауылы; Кушнаренко районы — Илек ауылы; Нуриман районы — Ишморат ауылы; Салауат районы — Әлкә ауылы; Хәйбулла районы — Абдулнасир, Сәғит, Первомайский, Баҡал ауылдары.
- Бәйләнеш операторҙарының бәләкәй ауылдарҙа булған элемтә бәйләнешен үҫтереү һәм яңы ҡорамалдарҙы ҡуйыу Башҡортостанда йәшәүселәргә электрон хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген бирә, - тине республиканың һанлы үҫеш идараһы министры Геннадий Разумикин.
Сығанаҡ: БР Һанлы үҫеш идараһы министрлығы; фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.