Общие статьи
31 Октябрь 2025, 10:55

Ноябрҙә Башҡортостанда һауа температураһы норманан юғары булмаҡсы – синоптиктар

Ноябрҙә Башҡортостанда һауа торошо норманан йылыраҡ булмаҡсы, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, уртаса һауа температураһы -4°, был күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән бер градусҡа юғарыраҡ.

Ноябрҙә Башҡортостанда һауа температураһы норманан юғары булмаҡсы – синоптиктарНоябрҙә Башҡортостанда һауа температураһы норманан юғары булмаҡсы – синоптиктар
Ноябрҙә Башҡортостанда һауа температураһы норманан юғары булмаҡсы – синоптиктар

 

Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, республикала ноябрь айы ҡар ҡатыш ямғырҙан башлана. Тәүге көндәрҙә һауа температураһы көндөҙ +2° тиклем генә күтәрелә, төндә -3°тиклем һыуыта.

Ноябрҙең икенсе аҙнаһында ла күп яуым-төшөм көтөлә, әммә бер аҙ йылыраҡ: көндөҙ +6° булһа, төндә +3°, -3°.

Айҙың икенсе яртыһында көндөҙ термометр бағанаһы -3, төндә -4 градусҡа тиклем төшә. Ноябрҙең һуңғы аҙнаһында ҡар яуыуы көтөлә.

Декабрҙә һәм ғинуарҙа һалҡын, ә бына февраль һәм март айҙарының йылы булыуы фаразлана, тип белдерҙеләр Башгидрометүҙәктә.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас