

Быйылғы сентябрь беҙгә туғаныбыҙ Алиса Фларис ҡыҙы Кәбированың алтын юбилейлы айы булараҡ әһәмиәтле. Ахун ауылында Әлфинур Кинйәбай ҡыҙы менән Фларис Нотфулла улы Низамовтарҙың ғаиләһендә донъяға килә ул.
Ахун мәктәбен тамамлағас, уҡыуын Мәсәғүт педучилищеһында дауам итә. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай. Ҡайтанан әҙерлек курстары үтеп, бөгөн Янғантау балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡарыуына ла тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте. Уның яуаплы, оҫта етәкселек итеүендә тупланған берҙәм коллектив йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур уңыштарға өлгәшеп, район, республика күләмендә маҡтаулы исемдәргә, бүләктәргә лайыҡ булды һәм бөгөн дә алдынғы хеҙмәт коллективы исемен аҡлай.
Алиса Фларис ҡыҙы шәхсән үҙе әүҙем йәмәғәтсе. Ун йылдан ашыу Янғантау һайлау участкаһында комиссия рәйесе вазифаһында ең һыҙғанып эшләй. Янғантау ҡатын-ҡыҙҙар советын да етәкләй. Хеҙмәт уңыштары өсөн ул БР Мәғариф һәм фән министрлығының Почёт грамоталарына, республика Ҡатын - ҡыҙҙар советы президиумының Почёт грамотаһына, район мәғариф бүлегенең төрлө дәрәжәле дипломдарына, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу буйынса Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең миҙалына лайыҡ булды.
Алтын юбилейлы йылында уның өсөн иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе – уның өр-яңы вазифаға эйә булыуылыр, тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫтыр. Алисабыҙ өләсәй булды. Берҙән бер улы Салауат менән килене Линара әсәләрен ейәнсәре Йәсминә менән бүләкләне. Алтын юбилейында алтын бүләкле булды бәхетле әсәй, өләсәй, уңған хеҙмәткәр, абруйлы етәксе Алиса Фларис ҡыҙы.
Беҙ ҙә, барса туғандары, Алисаны күркәм юбилейы менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Алда яңы үрҙәр көтөп торһон , уларҙы яулар өсөн һаулығың ныҡ булһын, тормош юлыңда изге күңелле кешеләр, ысын дуҫтар осрап торһон. Юлдарың, эштәрең уң булып, балаларыңды, туғандарыңды, яҡындарыңды ҡыуандырып, дуҫ-иштәрең, хеҙмәттәштәрең менән бергә иңгә-иң терәп, именлектә, тыныс, аяҙ күк аҫтында тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәргә, эшләргә яҙһын, тигән теләктәбеҙ.
Нурия Яруллина.