Общие статьи
19 Сентября 2025, 07:55

Башҡортостанда ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана

Һауа +22°тиклем йылына.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы фаразланаБашҡортостанда ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана
Башҡортостанда ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 19 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы көндөҙ +16, +21°.

Шәмбе, 20 сентябрҙә, шулай уҡ яуым-төшөм фаразланмай. Ел көньяҡтан талғын. Төндә +4, +9°, көндөҙ +17, +22°

Йәкшәмбе, 21 сентябрҙә, көндөҙ республиканың төньяғында бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +15, +20°.

Автор:Лилия Рамазанова