Общие статьи
18 Сентябрь 2025, 11:20

Республикала ҡырау төшөүе фаразлана

Яуым-төшөм көтөлмәй.

Республикала ҡырау төшөүе фаразланаРеспубликала ҡырау төшөүе фаразлана
Республикала ҡырау төшөүе фаразлана

Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, кесаҙна, 18 сентябрҙә, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көндөҙ көслө булыуы фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ +16, +21°.

Йома, 19 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын. Төндә +4, +9°, көнсығыш райондарҙа 0, -2° тиклем һалҡынайта, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшә, көндөҙ +17, +22°.

Шәмбе, 20 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көнсығыш райондарҙа 0, -2° тиклем һалҡынайта, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшә, көндөҙ +17, +22°.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас