

Сара Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы һәм Армия мәҙәниәте көндәренә арналды. Тантананы сағыу флешмоб асты: “Шоңҡар” үҫмерҙәр клубы ирекмәндәре, майҙанда теҙелеп, аҡ, зәңгәр һәм ҡыҙыл төҫтәге шарҙар менән Рәсәй триколорының тере тулҡынын булдырҙы. Улар шулай уҡ үтеп барыусыларға байрам символы таҫма таратты. Район мәҙәниәт йорто фойеһында ойошторолған “Һалдатҡа хат” зонаһында балалар һәм өлкәндәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хаттар яҙҙы һәм открыткалар төшөрҙө. Һәр хатҡа улар рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, тиҙ арала Тыуған илдәренә ҡайтыу теләктәрен һәм еңеүгә ышанысын белдерҙе.
“Малаяҙ беҙҙекеләр өсөн” йәмәғәт берекмәһе ойошторған маскировка селтәрҙәре, нашлемниктар үреү, “ҡоро душ” эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Был оҫталыҡ дәрестәрендә олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашты. Шул уҡ ваҡытта район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре патриотик йырҙарҙан торған концерт менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Ҡотлау һүҙҙәрен район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Бәҙретдинов еткерҙе. Илгиз Илдус улы хәрби Айнур Усмановтың әсәһе Гөлсирә Ишбулды ҡыҙы Усмановаға хәрби часть командованиеһынан Рәхмәт хаты тапшырҙы.