Общие статьи
8 Августа 2025, 07:45

Башҡортостанда ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Шулай уҡ йәшен һәм томан көтөлә.

Башҡортостанда ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразланаБашҡортостанда ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана
Башҡортостанда ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән көслө ямғыр, йәшен фаразлана. Ҡайһы бер райондарҙа ҡойма ямғыр, көндөҙ эре боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал.

Ел көнсығыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, йәшен ваҡытында 15-20 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +20,+25°.

Ямғыр яуғанда автомобиль юлдарында 500-1000  метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей, төндә һәм иртән урыны менән томан төшә.

Автор:
Читайте нас